

Ҡәҙерле, яҡын кешебеҙҙе юғалтыу, бигерәк тә әсәйебеҙҙе, шул тиклем ауыр. Әсәйебеҙҙең яҡты йөҙө, яғымлы ҡарашы, йылы һүҙҙәре беҙгә етмәй. Уны иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ.
Беҙҙең әнейебеҙ бик тырыш, уңған булды. Уның ҡабарап бешкән йомшаҡ икмәктәре, бәлештәре, баллы бауырһаҡтарының тәме һаман да тел осонда һаҡлана. Үҙе яратып үҫтергән бүлмә гөлдәре әле лә тәҙрә төптәрендә әнейебеҙҙең яҡты йөҙө кеүек, сәскәләре балҡып ултыра.
Яҡындарыбыҙ, ауылдаштарбыҙ уны һәр ваҡыт яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Улар әсәйебеҙҙең изге күңелле, һәр ваҡыт ярҙамсыл, итәғәтле, яҡшы кәңәштәре менән яҡындарының, ауылдаштарының күңелдәрен күтәрә белеүен, шулай уҡ тура һүҙле булыуын һәм башҡа яҡшы сифаттарын хәтерҙәренән сығармайҙар.
Атайыбыҙ, олатайыбыҙ өс орден кавалеры, районыбыҙҙың почетлы гражданины Илгиз Сөләймән улы ҒАЙСИН да 28 апрель көнө мәрхүм булып китте. Әсәйебеҙ менән 62 йыл иңгә-иң терәшеп, татыу тормош юлын үттеләр. Ғүмер буйы хөкүмәт эше тип янып йәшәнеләр, беҙгә 4 балаларына ла шулай халҡына, тыуған илгә хеҙмәт итергә тигән васыят әйтеп ҡалдырҙлар. Пенсия йәшендә булһаҡ та, тырышып эшләп йөрөйбөҙ, Аллаға шөкөр. Ҡәҙерлеләребеҙ ейән-ейәнсәрҙәренә лә шатлыҡлы бала саҡ бүләк иттеләр.
Әнейебеҙҙе, әтейебеҙҙе белгән ауылдаштарыбыҙ, райондаштарыбыҙ уларҙы яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәндәре йәннәтә, рухтары шат булһын ине. Йә рабби Хоҙайым.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.