Хәтер
15 Июнь 2022, 10:00

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Тәбиғәттең иң йәмле миҙгелдәренең береһендә, 15 июнь көндө, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, ҡәҙерле әнәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Мәғәфүрә Бәйтүрә ҡыҙы ИРКӘБАЕВАның арабыҙҙан китеүенә 1 йыл тула.

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Әнәйебеҙ изге күңелле, кешелекле кеше ине. Һөйөклөбөҙ яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, барыбыҙға ла терәк таяныс булды. Ҡәҙерлебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Әнәйебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәнәттә, урыны ожмахта булһын. Ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ.
Тыуған йорттоң ҡапҡаларын
Асып керәһе ине,
Ишек алдарында йөрөгән
Әнәйемде күрәһе ине.
Әнәй, нисек хәлдәрең тип?!
Хәлен беләһе ине.
Йүгереп барып ҡосаҡлап
Эх, бер яратаһы ине.
Әнәйем ҡуйған самауырҙан
Сәйҙәр эсәһе ине,
Әнәй, йәнем ник киттең тип?!
Үпкәләп өндәшәһе ине.
Эх, был хыялдарымдың
Тормошҡа ашмаҫын беләм,
Әле ярай төндәрем бар,
Төштәремдә һине күрәм.
Һине һағынып барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең исеменән ҡыҙың Рәмзиә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас