

Яҡыныбыҙ һәйбәт хеҙмәткәр, өлгөлө ғаилә башлығы, биш балаһына яҡшы атай ғына түгел, ә ярҙамсыл, туған йәнле беҙгә атай урынына ҡалған кеше ине.
Абзыйыбыҙ китеү менән беҙҙең терәгебеҙ, таянысыбыҙ һынды. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Һағынабыҙ һине, абзый! Урының мәңге ожмахта, йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты һәм нурлы булһын.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
еҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Һеңлеләрең Рабиға, Миңниса.