Хәтер
16 Июнь 2022, 11:33

Яу ҡырында ятып ҡалды һалдат

(Илгиз ҡәйнешкә бағышлап).

Яу ҡырында ятып ҡалды һалдатЯу ҡырында ятып ҡалды һалдат
Яу ҡырында ятып ҡалды һалдат

Яу ҡырында ятып ҡалды һалдат!
Йәлләмәне дошман ҡоралы!
Ҡан менән ер, күк менән һыу- 
Барыһы һуғыш яланында буталды...
Һуңғы һулышында: Әсәй, хуш бул, - тине, -
Ҡайталмам - өҙгөләнде йөрәге.
Иле тыныслығы өсөн ҡорбан булды...
Балаларым тыныс йәшәһен тип
Ғумерен бирҙе! - Һалдат вәғәҙәһен үтәне!
Яу ҡырында ятып ҡалды һалдат,
Иҫкә алыр микән улдары?!
Иҫкә алыр! Онотмаҫ һис шикһеҙ,
Һуғыш яланында ҡорбан булған
Шаһиттарҙың йәне үлемһеҙ.
Асҡар Исәт улы КИНЖӘЛИЕВ, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы
9 июнь 2022 йыл.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас