

Ғәзиз кешебеҙ киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем яҡындарына ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине! Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмебеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ҡәҙерлебеҙҙе бер ваҡытта ла онотмабыҙ.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең яҡыныбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең әсәйе һәм барлыҡ туғандары, яҡындары.