Хәтер
24 Июнь 2022, 03:40

"Туйғансы бер ашарға ине"

- Юрий тураһында алама хәбәр килеп етеү менән һеңгәҙәп йөрөйөм. 

"Туйғансы бер ашарға ине""Туйғансы бер ашарға ине"
"Туйғансы бер ашарға ине"

- Йырсы үҙе ниндәй кеше ине, беҙ ни уны телевизорҙан күреп кенә беләбеҙ?
- Бик киң күңелле кеше ине ул. Тик бына арығанда, янына барма - ял иткәндә кемдеңдер мазаһыҙлауын яратманы. Балалар йортонда тәрбиәләнгән ваҡытында, бер яҙғайным, уның хыялы - туйғансы бер ашарға ине....Аҙаҡҡы йылдарында Германияла йәшәне, ике балаһы бар, ҡатыны....Әле Мәскәүгә килгән булған, Домодедово дауаханаһына алып китеп барғандарында, йөрәге туҡтаған....
- Һин былтыр, Юрий Савельевкаға ҡайта, йәшертен генә, әсәһенең ҡәберен күрергә тинең, беҙҙе лә саҡырам тигәйнек, бәлки, йырсы беҙгә интервью ла бирер ине...
- Ҡайта алманы бит. Гастролдәр, унан пандемияһы... Йәл. А. Разин менән судлашты бит оҙаҡ йылдар, әле еңгәйне лә инде (Андрей Разин "Ласковый май" продюсеры, йырҙарға хоҡуҡ - унда ине, Юрийға йырларға рөхсәт итмәгән). Бына әле Кузяға (Сергей Кузнецов - Юраның бөтөн йырҙары авторы) шылтыратам - алмай...

Евгений Витюгов менән әңгәмә бөгөн гәзиттә сыҡты. 

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас