Бойоҡмағыҙ, дуҫтар, китәбеҙ тип,
Ҡыйыу, батыр һәр саҡ булығыҙ.
Шатлыҡ килтерһендәр имтихандар,
Алда тора яҡты юлығыҙ.
Оҙаталар һеҙҙе ҙур тормошҡа
Юлдарығыҙ, дуҫтар, уң булһын.
Сәләм һеҙгә ҡайнар йөрәгемдән,
Юлығыҙҙа кәртә булмаһын.
Имтихандар уңыш килтерһендәр,
Йөҙҙәрегеҙ һәр саҡ шат булһын,
Алһыу ҡояш нурҙар һипкән кеүек
Юлдарығыҙ һәр саҡ пак булһын!
Нәсимә ӘМЕРХАНОВА, Молокан ауылы