

Ҡала башлығы Юрий Шатуновҡа һәйкәл булмай тине. Юҡһа, О. Фороловтың йырсы үлгәндән һуң әйткән һүҙен эләктереп алдылар ҙа, ҡабартып ебәрҙеләр, ҡайҙа бында яңы һәйкәл, булғанын ҡарап өлгөрмәйҙәр (М. Ғафури һәйкәленә бағығыҙ), аҡса былай ҙа юҡ - юлдарҙы ҡарағыҙ. Шулай ҙа нимәлер булыр тип ҡотолодо мэр. Нимә булыр, берәй таҡтаташ ҡуйырҙар, бәлки (БРГИ стенаһына, мәҫәлән, йырсы бында саҡ ҡына булһа ла уҡып киткән).
Ә уңарсы Шатуновҡа битараф булмағандар петиция ойошторған - Күмертауҙың берәй урамына уның исемен бирергә. Әле тауыш йыйыу бара.
https://vk.com/petition#p=75709
Был идеяның файҙаһы булырмы - ваҡыт күрһәтер. Әйткәндәй, йырсы менән хушлашыу Мәскәүҙә бөгөн башлана. Ерләү ваҡыты 28 июнь тип билдәләнгән.