

Үҫмер сағынан эшһөйәр булып үҫкән уҙаман 30 йылдан ашыу ауыл хужалығында эшләне, иген үҫтерҙе. Шофер булып эшләгән осоронда Бөрйән, Йылайыр районы урмандарынан өй һалыу өсөн ағас ташыны. Ул бик күп ауылдаштарын өйлө итте. Ауылдаштарына һәр саҡ иғтибарлы, ярҙамсыл ине.
Донъя көткәндә тормоштоң һынаулы ауыр ваҡыттарында, ул һәр ваҡыт төплө кәңәштәрен биреп, күңелгә дәрт өҫтәп дәртләндереп тә ала ине.
Ул үҙ ғаиләһен хөрмәт итте, яратты, именлеген хәстәрләне. Йәшәгән төбәгебеҙҙең, йәмғиәтебеҙҙең, ауылыбыҙҙың ышаныслы терәге, балаһы ине лә бит, тик аяуһыҙ ҡаты сир арабыҙҙан уны бик иртә мәңгелек йортҡа алып китте. Ғаилә дуҫыбыҙ Рәмил Ғәйзулла улын белеүселәр, уның эшләгән изге эштәрен, яҡшы һүҙҙәр, матур хәтирәләр менән иҫкә алһағыҙ ине.
Хөрмәт менән Рәүеф АБДУЛЛИН