Бала саҡтары, йәшлектәре 1980 йылдар аҙағына тура килгәндәр ныҡ ҡайғырҙы, кемдер, киреһенсә, шул да булған ваҡиға тип ҡул ғына һелтәне.
Күмертау, Көйөргәҙеләр ҙә нимә эшләргә белмәй - һәйкәл ҡуяйыҡ тинеләр (ниндәй һәйкәл, булғандарын тәрбиәләп өлгөрә алмайҙар), Халыҡ исемен юллайыҡ, урамға исемен бирәйек... Иҫке Отраданың бер урамына ла Юрийҙың исемен биргәндә килешер ине - бренд бит, оло юл, етмәһә, үткән-һүткән кеше туҡтап китер ине (Шатунов ижадына бәйле магазинмы, музеймы асырға, Ласковый Майға бәйле, төрлө ваҡ-төйәк һатырға була, бер юлы, бәшмәк, балы ла китер ине - туризмды үҫтереү бына ҡайҙа!).
Тауыш тынмай, Ә уңарсы Күмертау кешеһе Ринат Низаметдинов абзый йортона йырсының һүрәтен төшөртөп тә йөрөй. Ринат Нури улы тураһында беҙ күп яҙҙыҡ, әйткәндәй, тынғыһыҙ кеше ул. Әле лә кемделер көтөп тормаған, эште үҙе башлаған. Был турала, Ринат абзый менән һөйләшкәс, материал гәзиттә баҫылыр.