Все новости
Хәтер
7 Июля 2022, 08:56

Рәхмәт һиңә, тыныс йоҡла

Мөслимә Мөдәрис ҡыҙы Аҙнабаева иҫтәлегенә. 

Рәхмәт һиңә, тыныс йоҡла
Рәхмәт һиңә, тыныс йоҡла

Һуғыш балалары
геройҙар,
Алһыҙ-ялһыҙ,
Аслы - туҡлы,
Илем халҡым
Тиеп янғандар.
Киң күңелле,
Берҙәм, тура юлда
һәр саҡ алда
булдырған.
Ваҡыт ҡәҙерен,
Тормош йәмен,
Тәмен белеп,
Беҙгә үрнәк,
Терәк булып
Әнекәйем
һуңғы һулышҡаса
Шәп булдың.
Рәхмәт һиңә,
Тыныс йоҡла
Мәңге-мәңге хәтерҙә
Йөрәгебеҙ түрендә.

Ҡыҙың Нурия.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: