Хәтер
10 Июля 2022, 05:41

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле тормош иптәшем, яҡын булған кешебеҙ, яратҡан әнейебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Фәрзәнә Әүхәҙи ҡыҙы ЙОСОПОВАның беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә биш йыл була. 

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдәРухың йәшәр һәр саҡ күңелдә
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Һөйөклөбөҙҙөң ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Тормош иптәше Илдар, ҡыҙы Регина, кейәүе Азамат, улы Артур, килене Юлиана, ейәндәре Ирхан, Арыҫлан, Марсель, Рафаэль һәм апаһы Гөлсирә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас