Хәтер
14 Июль 2022, 10:28

Хәтирә

Бала саҡтары Яманһары ауылы Шепшә урамында үткәндәргә арнайым. 

ХәтирәХәтирә
Хәтирә

Бәләкәй генә Шепшә урамында
45 бала үҫтек тәгәрләп...
Төнө буйы, йоҡлай алмайынса,
Бала саҡты яттым хәтерләп.
Бер ғаиләнең балалары кеүек,
Дуҫ үҫтек беҙ бәләкәй урамда.
Кеда кейеп түгел,ялан аяҡ,
Футбол тубы типтек яланда.
Һыу инергә бергә йүгерешеп.
Төшөр инек оло һыу буйына,
Тая төптәре, Бесәй күле, туғай.
Күмелделәр беҙҙең сар-сыуға,
Ямғыр яуып үткәс, ялан аяҡ
Гөрләүектәр менән ярышып,
Тал сыбыҡты ат итеп тә саптыҡ.
Малай - шалай менән уҙышып,
Итәк менән балыҡтар ҙа һөҙҙөк,
Һауыт -һаба йыуҙыҡ баҫмала.
Кәритәне кәмә итеп йөҙҙөк,
Урам осондағы йылғала.
Ҡаршы тауҙа йыйҙыҡ сәскә, әрем,
Ҡаҙ бәпкәләр көттөк яҙ һайын
Баласаҡтың хәтирәһе булып,
Үҫә барып унда ҡушҡайын.
Йөрөмәнек гел урамда уйнап
Ата -әсә булдыҡ беҙ терәк,
Теле булһа, тарих һөйләр ине
Әтейем ултыртҡан оло аҡ тирәк.
45 бала - 45 юлды һайлап,
Таралыштыҡ төрлө яҡтарға.
Осрашабыҙ ҡайсаҡ интернетта ,
Йәй айында - һабан туйҙарҙа.
Бер шишмәнен һыуын ташып эсеп
Шепшәлә беҙ үҫтек ярышып...
Һары бәпембәләй бала саҡтар
Офоҡтарҙа ҡала сағылып
Оям тулы саҡты - баласаҡты ,
Шепшәмде гел уйлайым һағынып.
Нәсимә Әмерханова

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас