

Ғәзиз кешебеҙ киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем яҡындарына ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине! Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмебеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине, ул беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк.
Иҫән кеше ҡала донъя көтөр өсөн,
Яраларҙы дауалай ваҡыттар.
Ниңә ҡыҫҡа икән ғүмер, тип
Уйланырға әле ваҡыт бар.
Ер-Әсәнең ҡосағында ятаһың һин,
Мамыҡ кеүек булһын ҡара ер,
Тыныс ҡына ят һин, һис рәнйемә,
Бәхет телә барыбыҙға һәм ғүмер.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары.