Хәтер
18 Июль 2022, 05:51

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Минең иң ҡәҙерле, яҡын кешем, һөйөклө әтейем Минемырҙа Иҙрис улы АБДУЛЛИНдың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 17 июлдә 2 йыл тулды. 

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдәРухың йәшәр һәр саҡ күңелдә
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Әтей, мин һине шул тиклем һағынам, йортобоҙға ҡайтып керһәм һин булмағас, өйөбөҙҙөң йәме лә юҡ кеүек. Әлдә ярар, әнейем иҫән-һау өйҙөң йәмен һаҡлап тора. Беҙ ҡайтҡанда матур итеп ҡаршы алып, мунсалар яғып, ҡайтып китә башлаһаҡ күстәнәстәр тейәп, әнейебеҙ менән бергә ҡапҡа төбөнә сығып оҙатып ҡалыр инең. Шул ваҡыттар бик һағындыра, бер ҙә күҙ алдынан китмәй. Хәҙер әнәйем яңғыҙы ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Минең бер ҡанатым һынды.
Әтей, һин әнәйем өсөн ҡайғырып ятма, беҙ гел-генә ҡайтып хәлен белеп торабыҙ. Ул һиңә арнап доғалар ҡылып, иҫкә алып тора. Тыныс йоҡла ауыр тупраҡтарың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын. Һин - әтейем, һәр ваҡыт минең күңелемдә, йөрәгемдең түрендә һаҡланаһың.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Һине юҡһынып яҙыусы ҡыҙың Зифа.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас