

Әтейебеҙ кешеләргә һәр саҡ алсаҡ, асыҡ йөҙлө, кешелекле, ярҙамсыл булды. Һинһеҙ йәшәүҙәре бик ҡыйын, әтей. Тыуған йортҡа ҡайтҡан һайын беҙҙе ҡаршы алырһың кеүек. Һине иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ, бик ныҡ һағындык.
Беҙ ҡәҙерле кешебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә, ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең яҡыныбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Һине иҫкә алып ҡыҙың Фирүзә, ейәнсәрҙәрең Албина, Гүзәл, бүлә-бүләсәләрең Ильяс, Асҡар, Тимур һәм Элиза.