Хәтер
26 Июль 2022, 05:04

Эй, күрергә ине йөҙөңдө

Ҡәҙерле абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ, мырҙабыҙ Ҡотдос Нурғәли улы МЫРҘАБАЕВтың яҡты донъяны мәңгелеккә ташлап китеүенә 25 йыл да үтеп китте. 

Эй, күрергә ине йөҙөңдөЭй, күрергә ине йөҙөңдө
Эй, күрергә ине йөҙөңдө

Ғәзизебеҙ эшһөйәр, намыҫлы, тырыш, көслө рухлы, изгелекле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, туған йәнле булды.
Ҡәҙерлебеҙ, һине өҙөлөп һағынабыҙ, фотоларыңды ҡарап иҫкә алабыҙ. Беҙҙең арабыҙҙан китеүеңә күңелебеҙ һаман ышанмай, йылдар үтһә лә һине онота алмайбыҙ.
Урының мәңге ожмахта, йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты һәм нурлы булһын. Һин беҙҙең мәңге йөрәк түрендә.
Йөрәгебеҙҙең бер киҫәген
Булды ҡырҡып алғандай,
Күктә янған ал ҡояш та
Булды нурһыҙ ҡалғандай.
Бер минутҡа, бер миҙгелгә,
Эй, күрергә йөҙөңдө.
Эй, бер тапҡыр ишетергә,
Туғаным тигән һүҙеңде.
Һине һағынып иҫкә алыусылар: һылыуҙарың Айгөл, Фәүриә, Фәнилә абзыйың Нурислам, мырҙаң Сәлихйән һәм дә уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас