Хәтер
26 Июль 2022, 05:08

Әнкәйҙәр китә икән...

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, ҡәртәнейебеҙ Нәжиә Фәтхетдин ҡыҙы ИСМӘҒИЛОВАның, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн тулды.

Әнкәйҙәр китә икән...Әнкәйҙәр китә икән...
Әнкәйҙәр китә икән...

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен.
Яҡыныбыҙ изге күңелле, асыҡ йөҙлө, кешелекле ине. Яҙмыш һынауҙарына, ауырыуҙарға бирешмәй беҙгә терәк-таяныс булды, изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп йәшәне. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмәбеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын ҡәҙерлебеҙҙең.
Китмәҫ кеүек тойолһа ла
Әнкәйҙәр китә икән...
Беҙҙе яратҡан йылы ҡулдар
Бер көн һыуына икән...
Һине һөйөп баҡҡан күҙҙәр
Бер көн йомола икән.
Килмәҫ тип уйлаһаҡ та,
Ул көндәр килә икән...
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас