

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Таймаҫ, Кинйә ауылдары халҡына, РПЛИ хеҙмәткәрҙәренә, күршеләребеҙгә, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, дини-ҡәрҙәштәребеҙгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, именлек бирһен.
Яҡыныбыҙ асыҡ күңелле, ярҙамсыл, яҡшы кеше ине. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, беҙгә ысын терәк-таяныс булды. Күпме генә ваҡыт үтһә лә ул барыбыҙҙың да күңелендә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең тормош иптәше һәм балалары.