Хәтер
1 Август 2022, 09:40

Күңел һыҡрап илай

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, апайыбыҙ, еңгәбеҙ Миңлегөл Тимерғәли ҡыҙы ИБРАҺИМОВА, 1-се августа, теүәл ике йыл элек, беҙҙең йөрәктәребеҙгә яра һалып, йәшләй генә мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Күңел һыҡрап илайКүңел һыҡрап илай
Күңел һыҡрап илай

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тормошто яратты, матурлыҡты күрә белде. Ул тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, балаларына һөйөклө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй, һылыуҙарына оло йөрәкле апай, кешеләргә яҡты йөҙлө булды.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Апайымдың нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, һылыуҙары, туғандары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас