Хәтер
1 Август 2022, 08:56

Уҙҙырасаҡтар

Бөгөн Юрий Шатуновтың яҡты донъяларҙы ташлап китеүенә 40 көн.

УҙҙырасаҡтарУҙҙырасаҡтар
Уҙҙырасаҡтар

Һаман күптәрҙең башына һыймай: нисек улай йәшләй ташлап киттең беҙҙе? Күмертау ҙа, Көйөргәҙе лә уны беҙҙең яҡташ ти (тыуһа ла тыуа бит таланттар беҙҙең ерҙә). Ермолаевола үткәнендә ниндәй шәп концерт-дискотека булды - танһыҡтар ҡанғансы йырланыҡ та бейенек.
Күмертауҙарҙың танауына сирттек. Улар булдыра алмағанды (шәһәр бит улар!) ауыл булдырҙы. Кемдер концертта тауыш бик шәптән булманы тип тел сарланы, караокела йырлаған һымаҡ, имеш. Көнләшәләр. Ә беҙ ундайҙарҙы тағы ла нығыраҡ көнләштерә алабыҙ.
15 август В. Цойҙың үлгән көнө. Ошо һағышлы датаға бәйләп тә Ермолаевола дискотека ойоштормаҡсылар икән. Виктор Роберт улының йырҙарын беҙҙең артистар йырлаясаҡ. Ғәләмәт! Беҙҙекеләр П. Гагарина, Земфира, Натали йәки Мумий Тролль һымаҡ ҡына булдырмаҫ тиһеңме? Уҙҙырасаҡтар.
Концертты көтәбеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас