Хәтер
2 Августа 2022, 08:36

Хәҙер инде йөрәк һыҡрап илай

Һөйөклө кешебеҙ Фәрит Фәтхетдин улы ӘБСӘЛӘМОВтың беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып мәңгелеккә китеүенә 40 көнө була... 

Хәҙер инде йөрәк һыҡрап илайХәҙер инде йөрәк һыҡрап илай
Хәҙер инде йөрәк һыҡрап илай

Яратҡан туғаныбыҙҙың яҡты донъяларҙан киткәненә һаман да ышана алмайбыҙ. Яңыраҡ ҡына мәрхүмебеҙҙең 50 йәшенә ҡотлауҙар яҙылғайны, хәҙер инде йөрәк һыҡрап илай.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тормошто яратты, матурлыҡты күрә белде. Ул тормош иптәшенә ныҡлы терәк, балаларына һөйөклө әтей, ейәненә яратҡан ҡартәтей була белде, туғандарына оло йөрәкле, кешеләргә яҡты йөҙлө булды.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Ғаиләһенең һәм туғандарҙың ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мәрхүмдең туғандары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас