Юшатыр
+20 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Хәтер
5 Августа , 11:13

Төштәремә кер йышыраҡ

Тәбиғәттең иң йәмле миҙгелдәренең береһендә, 5 август көнө, 10 балаға ғүмер бүләк иткән ҡәҙерле әнкәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Флүрә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАның, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә арабыҙҙан китеүенә 6 йыл. Хөрмәтлебеҙгә бөгөн 84 йәш тулыр ине.

Төштәремә кер йышыраҡ
Төштәремә кер йышыраҡ

Әнейебеҙ изге күңелле, йор һүҙле, шаян, ярҙамсыл илаһи зат ине. Ҡәҙерлебеҙ яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәй, килгән ауырлыҡтарға сабыр итеп, һәр атҡан таңға шатланып йәшәргә үҙендә көс таба ине. Үҙ ғүмерендә бер кешегә лә ауыр һүҙ әйтә белмәне.
Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһаҡ ине.
Беҙ әнейебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ һин беҙҙең өсөн үрнәк, терәк – таяныс булдың. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәнәттә, ауыр тупрағы еңел, урыны ожмах түрендә булыуын теләп ҡалабыҙ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланасаҡ.
Тыуған йорттоң эстәрендә
Көтөр кешем юҡ инде,
Таң алдынан әней генәм
Төшөмә кереп индең.
Зәңгәр яулыҡ башыңда,
Өҫтә биҙәкле күлдәк.
Һағынабыҙ әнейебеҙҙе,
Төштәремә кер йышыраҡ.
Әней яһаған сәйҙәрҙең
Тәме һәр саҡ телемдә,
Әнейемдең нурлы йөҙө
Йәшәй һәр саҡ күңелдә.
Һине һағынып тормош иптәшең, барлыҡ 10 балаң, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас в