Хәтер
6 Август 2022, 09:29

Ҡараңғы гүрҙәре нурлы булһын

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, яҡын кешебеҙ, хәстәрлекле атайыбыҙ Альберт Рәүил улы МӘҠСҮТОВ, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, ҡапыл ғына арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Ҡараңғы гүрҙәре нурлы булһынҠараңғы гүрҙәре нурлы булһын
Ҡараңғы гүрҙәре нурлы булһын

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡтарҙа, яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай, ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, күршеләребеҙгә, класташтарына, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, именлек бирһен.
Яҡыныбыҙ асыҡ күңелле, ярҙамсыл, яҡшы кеше ине. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, беҙгә ысын терәк-таяныс булды. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, ул барыбыҙҙың да күңелендә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас