

Изге күңелле, тырыш, эшсән, туған йәнле, көслө рухлы булды беҙҙең яҡыныбыҙ. Ауылдаштары алдында хөрмәткә лайыҡ, ярҙамсыл, һәр кемгә асыҡ йөҙлө, ихлас булды ул. Үҙ көсө менән тормошта ныҡлы атланы, матур ғаилә ҡорҙо, беҙҙе кеше итте, тормошта һынмаҫҡа өйрәтте.
Инде күпме йылдар үтһә лә, яҡыныбыҙ һаман беҙҙең йөрәк түрендә. Сабыр, тыныс холҡло, бай күңелле, балалары, ейәндәре өсөн өҙөлөп торған ҡәҙерле кешебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ... . Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһа ине. Ҡәҙерлебеҙ тыныс йоҡлаһын, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәнәттә, урыны ожмахта булһын!
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалры, ейән-ейәнсәрҙәре.