Хәтер
28 Август 2022, 07:16

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Бөгөн беҙҙең оло хөрмәткә эйә булған, бер быуат һәм 4 йыл йәшәгән әсәйебез, өләсәйебез, райондың иң оло ағинәйе Хәтифямал Тимерғәли ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНАның баҡыйлыҡҡа китеүенә 40 көн тула. 

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдәРухың йәшәр һәр саҡ күңелдә
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Беҙҙең әсәйебеҙ киң күңелле, тырыш, ярҙамсыл, ихлас, туған йәнле, уңған, көләс йөзлө, йыр-бейеү оҫтаһы ине.
Танып белгән кешеләр әсәйебеҙҙе "ҡояш апай" - тип йөрөттөләр.
Ҡәҙерле әсәйебеҙҙең ҡараңғы гүре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Әсәйебеҙ йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең балалары, ейәндәре, туғандары исеменән ҡыҙы Рәүилә Тазетдинова.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас