Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Август 2022, 09:12

Бик мәслихәт!

Тыуған ерҙәренән биҙһә лә, беҙ уны барыбер үҙебеҙҙеке тип һанайбыҙ - мәрхүм йырсы Ю. Шатунов.  

Бик мәслихәт!
Бик мәслихәт!
Быйыл, ҡапыл ғына китеп барып, бөтә Рәсәйҙе, бөткән СССР-ға ҡараған барлыҡ илдәрҙе, улай ғына түгел, Европаны ла хатта ( ул Германияла йәшәне) шаңҡыта һуҡты. Үтә йәш ине, бахыр. 
Шунан башланды: һәр береһе, кемуҙарҙан, йырсыға бағышлап, нимәлер эшләргә кереште. Көйөргәҙе районында бик шәп хәтер концерт-дискотекаһы үткәрҙеләр, Күмертауҙа бер шәхси йортта Юрийҙың ҙур портретын төшөрөп ҡуйҙылар. Күмертау тағы ла алғараҡ китергә ниәт итте, ҡыҙыу баштан, ҡала башлығы йырсыға һәйкәл ҡуябыҙ тип ысҡындырҙы, аҙаҡ һүрелде: аҡ рауза сәскәләре аллеяһы булдырабыҙ.
Был аллея ҡасан булыр, ғөмүмән, булырмы, уныһы ҡараңғы, ә уңарсы ҡалалағы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты өлгөрлөк күрһәткән - музыка класына Ю. Шатунов исемен биргән! Юрий был уҡыу йортонда аҙыраҡ белем эстәп киткән булған, тимәк, үҙенең яҡты эҙен ҡалдырған. 
Бик мәслихәт, гимназистар, "Яғымлы май"солисының исемен йөрөткән класс әлегә бер ҡайҙа ла юҡтыр, һеҙ - беренсе. Ситтән Күмертауға туристар килһә, мотлаҡ ошо кабинетты күрһәтергә кәрәк. Был мәлдә, бөтөн уҡыу йортон яңғыратып, Юраның йырҙары яңғырар.  
Автор: Дим Ильясов
Читайте нас