Все новости
Хәтер
2 Сентября 2022, 08:53

"Беҙ һине онотмабыҙ"

Был матур сарала Мораптал мәктәбенең яңы бинаһын булдырыуҙа күп көс һалған Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа һәм шул йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән Нурулла Ғөбәй улы Нафиҡовҡа ҙур рәхмәттемде белдерәм. 

"Беҙ һине онотмабыҙ"
"Беҙ һине онотмабыҙ"

Яңы Мораптал ауылы мәктәбе директоры Гөлкәй Шәмсутдинова сараны тантаналы рәүештә асып ебәрҙе:
– Уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Быйыл беренсе тапҡыр мәктәп ишеген 9 уҡыусы аса, ә 5-һе аҙаҡҡы йылын уҡыясаҡ. Шулай уҡ Украинала һәләк булған ауылдашыбыҙ, батырыбыҙ - Илгиз Алтыншинға таҡтаташ асыласаҡ, һәм кадет класы уның исемен йөрөтәсәк. Мәктәп - белем усағы. Был матур сарала Мораптал мәктәбенең яңы бинаһын булдырыуҙа күп көс һалған Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа һәм шул йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән Нурулла Ғөбәй улы Нафиҡовҡа ҙур рәхмәттемде белдерәм, тип Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан һүҙ Юлай Талха Улы Ильясовҡа бирелде:
– Барығыҙҙы ла байрам менән, бөгөн барыбыҙ өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға – яугир Ильгиз Ирек улы Алтыншинға мемориаль таҡта таш асыла. Тыныс йоҡла, яугир, беҙ һине онотмаясаҡбыҙ.

Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: