

Яңы ғына ҡыҙ балалар инек,
Итəк йырта-йырта йүгереп,
Ни арала йылдар үтеп киткəн,
Əйтерһең дə атта елдереп.
Йылдар үткəне лə һиҙелмəгəн,
Ғүмер юлын байтаҡ үткəнбеҙ.
Беҙ йəш əле, тиеп йəшəй торғас
Йомғаҡты бит һүтеп бөткəнбеҙ.
Бушап ҡына ҡалған йомғаҡҡайҙың
Инде ҡəҙерҙəрен белəрлек.
Үҫкəн саҡта оҙаҡ тойолһа ла
Йəшəлмəгəн хатта тиəрлек.
Һүтелгəнен кире ураһаң да
Булмаҫ инде бер ҙə ҡыҙығы.
Бар нəмəнең сиге булған кеүек
Һəр ғүмерҙең бар шул һыҙығы.
Замира Бикбулатова.