Все новости
Хәтер
6 Сентября 2022, 16:08

"Мин трендта түгел"

Юрий Шатуновтың бөгөн тыуған көнө икәнен уның тыуған ерендә лә онотмайҙар.  

"Мин трендта түгел"
"Мин трендта түгел"
Бөгөн генә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың рәсемдәрен элеп сыҡтылар. Көйөргәҙе районы Иҫке Отрада ауылында. Был ауыл янынан көн һайын кем генә үтмәй (Өфө - Ырымбур тарссаһы), һәр береһен хәҙер йырсыбыҙ йылмайып оҙатып ҡалыр. 
- Ниңә тора ул бында уның рәсеме? - тип һорарҙар.
- Бында Шатунов тыуған, анау таллыҡ артында Савельевка ауылында, ә Отрадала өләсәһе йәшәгән, әле туғандары бында донъя көтә.
Белгәне аптырамаҫ (Көйөргәҙе ерендә таланттар күп тыуған, тыуа) белмәгәне телен шартлатыр. Көйөргәҙеләргә ҡарата ихтирамы артыр. 
"Мин трендта түгел, мин тарихта" тигән бик мәғәнәле һүҙҙәр биҙәй Юраның портертын. Ысын, тренд - була ла бөтә, ә һин, нисәмә йыл үтһә лә, беҙҙең йөрәктәрҙә, Көйөргәҙе тарихында, һаҡланырһың. 
Әйткәндәй, был баннерҙарҙы "Беренсе канал" эшләткән. Артабан Иҫке Отрада халҡы бында аҡ раузалар клумбаһы яһап ҡуйыр тигән өмөт тә бар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: