Все новости
Хәтер
9 Сентября 2022, 08:42

Урындарың булһын ожмахта

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, һөйөклө тормош иптәшем, апайыбыҙ, әниебеҙ, нәнәйебеҙ Зөлфирә Марат ҡыҙы ҺӨЙӨНДӨКОВАның (Шәмсүтдинова) беҙҙе мәңгелеккә ташлап баҡыйлыҡҡа китеүенә 1 йыл тула. 

Урындарың булһын ожмахта
Урындарың булһын ожмахта

Ғәзиз кешебеҙ киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине! Уны белеүселәр, яҡыныбыҙҙың изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Ауыр тупрағы еңел булһын
Юғалтыуҙар ауыр һәр саҡта,
Күңелдәрең һинең изге ине
Урындарың булһын ожмахта.
Мәрхүмәнең әтие, әние, туғандары Әнисә, Илшат, тормош иптәше Миңнулла, балалары Илүзә, Азат, кейәүе, килене һәм ейән-ейәнсәрҙәре. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: