Все новости
Хәтер
10 Сентября 2022, 09:57

Һағынабыҙ һине, ҡәҙерлебеҙ!

Ғәзиз улыбыҙ, тормош иптәшем, абзыйыбыҙ, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Альберт Рауил улы МӘҠСҮТОВ беҙҙең аранан китеүенә 40 көн тулды.

Һағынабыҙ һине, ҡәҙерлебеҙ!
Һағынабыҙ һине, ҡәҙерлебеҙ!

Яҡыныбыҙ асыҡ күңелле, тормош һөйөүсән, туған йәнле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл булды. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, беҙгә ысын терәк-таяныс булды.
Ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Һағынабыҙ һине, ҡәҙерлебеҙ!
Ятҡан урының киң, яҡты, иман нурлы булып, урындарың ожмах түрҙәрендә булһын.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған, йылы һүҙҙәре менән ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Яҡшымбәт ауылының берҙәм халҡына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, һабаҡташтарыбыҙға, коллегаларыбыҙға, күршеләребеҙгә, һәммәбеҙгә лә ихлас йөрәктән сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, тыныслыҡ теләйбеҙ.
Кеше китте...Бар ине, юҡ инде...
Ерҙә ҡалды һалған эҙҙәре...
Кеше китте... мәңгелеккә китте
Күҙ алдында һаман күҙҙәре...
Кеше китте, мәңгелеккә китте
Хушлашманы, сөнки белмәне,
Бар ишектәр арттан асыҡ ҡалды –
Үҙе менән бер ни алманы...
Алды үҙен беҙҙән, алып китте
Барыбыҙҙы йәтим ҡалдырып.
Бар булмышлыҡ ҡапыл емерелде,
Һин булмағас ҡалдыҡ ҡаңғырып.
Һин бар саҡта донъя теүәл ине,
Беләмәгәнбеҙ икән ҡәҙерен.
Барыбыҙға өнһөҙ үпкә булып,
Ер өҫтөндә тора ҡәберең.
Кеше китте... Тик йәнемдә ҡалды
Урыңҡайың һинең өңәйеп.
Кеше китте... Барыбыҙға ҡарай
Уның күҙе күктән моңайып.
Мансур Рәхимғолов.
Мәрхүмдең әсәһе Рима, әтеһе Рауил, тормош иптәшең Фирюза, Рәүилә, Румил һәм уларҙың ғаиләләре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: