Все новости
Хәтер
10 Сентября 2022, 10:39

Һуңғы шылтыратыу

Күптән түгел, беҙҙең ғаилә дуҫыбыҙ, ауылдашым Альберт Рауил улы МӘҠСҮТОВты ҙур фажиғә беҙҙең арабыҙҙан, мәңгелеккә алып китте.

Һуңғы шылтыратыу
Һуңғы шылтыратыу
Альберт дуҫым тормошто, донъяны, кешеләрҙе, тырыш хеҙмәтте, эште яратып йәшәне. Ғүмеренен һәр көнөн, сәғәтен, файҙалы эшкә бағышланы. Ул профессиональ водитель булып эшләне, һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмеренең һүңғы һулышын да, руль артында һуланы. Ул илебеҙҙен, эш менән ниндәй генә ҡалаһында булһа ла, шылтыратып, ауылдаштар ни эш бөтөрәләр, һауа торошо нисек, тип ҡыҙыҡһына торғайны.
Ул 31 июль, йәкшәмбе көнө, мине Хәрби Диңгеҙ Флоты менән шылтыратып ҡотланы, Екатеринбург ҡалаһына инеп киләм, тине. Һуңғы шылтыратыу, һуңғы һөйләшеүебеҙ булырын белмәнек.
Ул ошо рейсынан тыуған йортона ҡабат әйләнеп ҡайта алманы.
Дуҫымды ғөсөл ҡойондороп, әхирәт күлдәген кейҙереп, ләхет таҡталары әҙерләрмен тип уйламағайным. Барыһын да эшләргә тура килде. Сөнки мәрхүм кеше үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмай, ул тере, иҫән кешеләрҙең ярҙамына мохтаж.
Дуҫыма мөмкин тиклем, һуңғы ҡәҙер хөрмәте күрһәтергә тырыштым. Ҡәҙерле дуҫым, Альберт Рауил улын, уның ҡылған изге эштәрен, тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: