Все новости
Хәтер
13 Сентября 2022, 13:05

Урының ожмахта булһын

28 август көнө беҙҙе оло ҡайғыларға һалып ҡәҙерле әнейебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Альмира Мөрсәит ҡыҙы УРАЗБАЕВА баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. 

Урының ожмахта булһын
Урының ожмахта булһын

Әнейебеҙ изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, дауалап, йәшәргә дәрт өҫтәп, күңелдәрен күтәреп ебәрер ине. Һөйөклөбеҙ яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, барыбыҙға ла терәк-таяныс булды. Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр уның изге рухын тик яҡты хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Уны һуңғы юлға оҙатырға килгән барлыҡ балаларына, туғандарға, ауыл халҡына, күршеләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә имелек теләйбеҙ, Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын.
Мәрхүмәнең ҡыҙы Зөлфиә, кейәүе Юлай.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: