Все новости
Хәтер
16 Сентября 2022, 13:09

Көҙҙәр етте һинһеҙ...

(Бикмаев Юнир Сәлихйән улына бағышлана). 

Көҙҙәр етте һинһеҙ...
Көҙҙәр етте һинһеҙ...

Көҙҙәр етте һинһеҙ, әтейебеҙ,
Ваҡыт алға бара, туҡтамай.
Бер көн үтмәй иҫкә алмайынса,
Йөрәк түрҙәрендә һәр саҡ һин, Атай.
Беҙ торғанда, әтей, эштә инең,
Беҙ ятҡанда - әтей ҡайтмаған.
Иртә таңдан, ҡара төнгә тиклем,
Руль артында юлдар юллаған.
Һиңә оҡшап, тырыш балаларың,
Ейәндәр һәм ейәнсәрҙәрең.
Ҡайттыҡ, әтей, бөгөн һинең йортҡа,
Ҡоротмаҫбыҙ атай нигеҙен!
Рәхмәт, атай, һиңә барыһы өсөн,
Намыҫлы һәм ғәҙел булғанға.
Асыҡ йөҙөң, киң күңелең өсөн
Яҡшылығың ҡалды донъяла!
Һинең туған көнөң, атай, бөгөн,
Үҙең булмаһаң да - һин янда.
Уйҙарҙа һин, күңел түрҙәрендә,
Йәшәйһең һин, Атай, һаман да!
Альбина БИКМАЕВА
Өфө ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: