Все новости
Хәтер
17 Сентября 2022, 15:15

Мәңге йәшәрһең һин, нурланып

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған кешебеҙ, яратҡан әнейебеҙ Гөлләрә Ибраһим ҡыҙы ТУҠТАРОВА беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Мәңге йәшәрһең һин, нурланып
Мәңге йәшәрһең һин, нурланып

Әнейебеҙ беҙҙе яҡлап, һаҡлап торған фәрештәбеҙ ине. Ул
изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине, бер ҡасан бер кешегә яман һүҙ әйтмәҫ ине.
Ошондай ауыр ҡайғы кисергән мәлдә беҙҙе яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай, ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан һәр яҡлап ярҙам итеп, ғәзиз кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатышҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, коллегаларыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин, нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: