Все новости
Хәтер
19 Сентября 2022, 11:28

Әнкәйҙәр китә икән...

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған кешебеҙ, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Сәлимә Нәзмий ҡыҙы БИКТИМИРОВАның беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә ике йыл да була.

Әнкәйҙәр китә икән...
Әнкәйҙәр китә икән...

Яҡыныбыҙ “Искра” заводында эшләне, хеҙмәт ветераны ла булды. Һөйөклөбөҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Китмәҫ кеүек тойолһа ла
Әнкәйҙәр китә икән...
Беҙҙе яратҡан йылы ҡулдар
Бер көн һыуына икән...
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: