Все новости
Хәтер
1 Октября 2022, 12:34

Бәләкәс яуырындағы ҙур ҡайғы

...Ирҙәр, бер-береһе менән осрашҡас, ҡул биреп кенә күреште лә бөттө.

Бәләкәс яуырындағы ҙур ҡайғы
Бәләкәс яуырындағы ҙур ҡайғы
Хәлдәр нисек тигән һорауҙы береһе лә бирмәне - нимәһен һорайһың, былай ҙа билдәле. Бер-береһенән, нилектәндер, күҙҙәрен йәшергән кеүек тойолдолар. Һыуыҡ ел һөйәккә генә үтмәне кеүек, күңелгә тиклем инеп, ҡалтыратты, тәнде нисек тә йылытып булыр, ә бына йәнде....
Уңғар ауылында әле генә Әмәкәсов Роберт Тимерғәли улының был донъялағы иң һуңғы, иң алама туйы булды. 
Район властары, хәрби комиссариат һүҙ тотто, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, 
Павловка мәктәбе директоры Степанова Софья Васильевна, Өфөнән ҡайтҡан ауылдаштары, гвардия сержантының туғаны Юлай Әмәкәсов.... 
Мәрхүм һалдаттың әсәһенә лә өндәштеләр: берәй нәмә әйтәһегеҙме? 
Бәләкәс яуырындарына ауыр ҡара ҡайғы ятҡан әсә баш тартты, нимә тип әйтһен, ул түгел, уҫлаптай ирҙәр ҙә, һүҙ таба алмай, бөгөлөп төшөп тора. 
Репортаж тулы килеш гәзиттә була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: