Хәтер
8 Октябрь 2022, 04:09

Онотолмай, мәңге онотолмаҫ

Беҙҙең изге күңеле тормош иптәшем, әтейебеҙ, кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, абзыйыбыҙ, олатайыбыҙ Рәфҡәт Муллағәли улы ЗӘЙНУЛЛИН беҙҙе ташлап китеп, мәңгелек йортҡа күсеүенә бер йыл да тулып китте.

Онотолмай, мәңге онотолмаҫОнотолмай, мәңге онотолмаҫ
Онотолмай, мәңге онотолмаҫ

Ышанырлыҡ та түгел... Һинһеҙ күпме таңдар атты, күпме ҡояш сыҡты, йөрәккәйҙәр һыҙлай һаман да. Бик яҡшы торомош иптәше, тырыш атай инең. Балаларыбыҙҙың ҡыуанысын да күрә алманың бит. Бала уҡытҡанда ауыр заманға эләктек. Дүрт ҡыҙыбыҙ ҙа геолог дипломына эйә булды, шөкөр. Һин уларҙы күрә алмай киттең бит, ныҡ үкенесле.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Ул яҡшы тормош иптәше, абруйлы атай, олатай, кейәү, аҡыллы абзый булып беҙҙең ғүмерҙә һаҡланыр. Мәрхүмебеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ҡәҙерлебеҙҙе бер ваҡытта ла онотмабыҙ.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең әтейебеҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас