Хәтер
9 Октябрь 2022, 05:46

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Бынан бер йыл элек, 9 октябрь көнө, 6 балаға ғүмер бүләк иткән, беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған, яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Миңниса Хөбөтдин ҡыҙы ИСХАҠОВА беҙҙе оло ҡайғыларға һалып мәңгелеккә арабыҙҙан китте.

Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдәРухың йәшәр һәр саҡ күңелдә
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә

Әнейебеҙ изге күңелле, йор һүҙле, аҡыллы, шаян, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр береһе менән уртаҡ тел табып, кәңәштәр биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, күңелдәрен күтәрә ине. Хәтере яҡшы булды, китаптар күп уҡый ине, көръән мәжлестәрендә аяттар, сүрәләр уҡып, доғалар ҡыла ине. Аш-һыуға, ҡул эшенә оҫта булды ҡәҙерлебеҙ, тәмле-тәмле, телеңде йоторлоҡ бәлештәр бешерә ине. Бәләкәй балаларға ҡот та ҡойор ине ул.
Әсәйебеҙҙе, ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә ипҫкә алһаҡ ине.
Ҡәҙерлебеҙҙең тар ҡәберҙәре киң, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, ятҡан урыны тыныс, ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын, риза булып ятһын. Әнейебеҙгә арнаған доғаларыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһен.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Барлыҡ балалары, иклен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас