

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙе ташлап киткәнеңә әле булһа ла ышанып бөтмәйбеҙ, ишектәрҙе асып, йылмайып ҡайтып керерһең кеүек. Һинең яғымлы итеп ҡарауың әле булһа ла күҙ алдында. Беҙгә ҡылған изгелектәреңде беҙ ҙә онотмайбыҙ, һиңә мең-мең рәхмәтлебеҙ.
Әтейебеҙҙе һуңға юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡтарыбыҙҙа беҙҙе яңғыҙ ҡалдырмай, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан һәр бер кешегә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Изге йәнле, ярҙамсыл, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө әтейебеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешеләребеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Беҙ һине ныҡ итеп һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Тыныс йоҡла, әтей, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Онотмабыҙ һине мәңге,
Рухың йәшәр һәр саҡ йөрәктә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып
Беҙҙең күңелдәребеҙ түрендә.
Мәрхүмдең әнәһе, ҡыҙы Альбина һәм барлыҡ туғандары.