

Рәсимәбеҙ бигерәк изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булды, һәр кешегә ярҙам итергә ашығы йәшәне. Беҙгә лә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торҙо, беҙгә һәр саҡ терәк-таяныс булды.
Шулай уҡ, октябрь айында атайыбыҙ Минибай Йәнүҙәк улы КӘРИМОВтың да яҡты донъяларҙан китеүенә оҙаҡламай 21 йыл булып китте. Яҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ, кешеләрҙе ихлас ихтирам иткән, алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше ине.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе белеүселәр ғәзиз кешеләребеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Беҙ һеҙҙе юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһығыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәндәре йәннәттә булһын.
Барлыҡ яҡындарығыҙ исеменән ҡыҙың, һеңлең Лилиә.