

Һеҙгә йөрәгем әрнеп яҙам. Вадим Ноғоманов менән хушлаштылар бит... Уның әтие менән әние Абдул ауылыныҡылар, етмәһә беҙгә туған да улар. Вадим беҙҙең күҙ алдында үҫте, шул тиклем аҡыллы, тәртипле, матур егет ине ул. Ныҡ йәл, йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит... өс балаһы ҡалды.
Ғәфү итегеҙ, үҙемә урын тапмай яҙҙым. Вадимдың ятҡан урындары тыныс, йәне йәннәттә, ауыр тупраҡтары еңел булһын.
Туғандарына, ғаиләһенә сабырлыҡ теләйем. Тыныс йоҡлаһын беҙҙең батырыбыҙ.
Мининур СӘЙФЕТДИНОВА, Абдул ауылы