Хәтер
27 Октябрь 2022, 10:18

РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮ

Ошо көндәрҙә беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып бәләкәс туғаныбыҙ Айрат Миңлеғәле улы ӘБДЕЛМӘНОВ арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. 

РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮРӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮ
РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮ

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен. Донъялар тыныс булһын!
Туған йәнле, ярҙамсыл, алсаҡ булған ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Әсәй кешегә шунан да ауыр ҡайғы бармы икән донъяла?
Туғаныбыҙҙың ятҡан урындары тыныс, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Мәрхүмдең әсәһе, барлыҡ туғандары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас