Хәтер
4 Ноябрь 2022, 11:20

Күңелдәрең һинең изге ине...

2022 йылдың 14 сентябрендә ҡәҙерле кешебеҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Марс Ҡотдос улы Әлмөхәмәтов, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә ташлап китте, ғүмере йондоҙ шикелле атылып һүнде…  арабыҙҙан китеүенә 52 көн дә булып китте.

Күңелдәрең һинең изге ине...Күңелдәрең һинең изге ине...
Күңелдәрең һинең изге ине...

Яҡын кешеңде юғалтыу сикһеҙ ауыр. Ғәзиз кешебеҙҙе юғалтыу хистәрен һүҙҙәр менән генә аңлашып, күҙ йәштәре менән йыуып бөтөрлөк түгел, уның юҡлығына күңел ышанып етмәй. Атай, һин беҙҙе ташлап киткәнеңә әле булһа ла ышанып бөтмәйбеҙ, ишектәрҙе асып, йылмайып ҡайтып керерһең кеүек. Һинең беҙгә яғымлы итеп ҡарауың әле булһа ла күҙ алдында. Беҙгә ҡылған изгелектәреңде беҙ ҙә онотмайбыҙ, һиңә мең-мең рәхмәтлебеҙ. Беҙ уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр ҡәҙерлебеҙ.
Яҡыныбыҙ, беҙҙең хәтерҙә изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, ғаиләһенә ныҡлы терәк ине, Изге йәнле, туған йәнле, ярҙамсыл булып һаҡлана.

Марс Ҡотдос улын белеүселәр, туғандары, дуҫтары, коллегалары уның яҡты иҫтәлеген изге рухын, тик яҡшы хәтирәләр, хөрмәтләп йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ, рухтары шат булыр.
Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре нурлы, яҡты, яҡыныбыҙҙың урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын! Уға изге доғаларыбыҙ барып етһен.

Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып,
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Их, күрешеп бер һөйләшергә…

Бик ашығып киттең арабыҙҙан,
Юғалтыуҙар ауыр һәр саҡта,
Күңелдәрең һинең изге ине,
Урындарың булһын ожмахта.
Ҡәберкәйең нурҙар менән тулһын,
Рухыңды шатлыҡ биләһен.
Беҙҙең өсөн һин һаман да иҫән,
Күктән ҡояш булып көләһең.

Мархумден тормош иптәше, балалары, кейәүе.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас