

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһынан, Ермолаево, Свобода, Маяҡ, Яҡшымбәт, Абдул ауылдарынан килгән туғандарыбыҙға, таныштарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, күршеләребеҙгә сикһеҙ рәхмәтәбеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, именлек бирһен. Яҡыныбыҙ ихлас күңелле, ярҙамсыл, яҡшы кеше ине, ауыр һынауҙарға бирешмәй, изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, беҙгә терәк-таяныс булды. Күпме генә ваҡыт үтһә лә ул барыбыҙҙың да күңелендә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, ауыр тупраҡтары еңел, урыны ожмахта, йәне йәнәттә булһын.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары.