Юра Шатуновтан саҡ ҡына ҡалышып ҡуҙғалды ул. Сергей Кузнецов. "Белые розы", "Розовый вечер", "Ну что же ты", "Вечер холодной зимы"... Уның ижад иткән йырҙарын һанап бөтөрлөк түгел, "Ласковый май" репертуарының бөтөн билдәле йырҙары авторы.
Күмертау егете Евгений Ветюгов Сергейҙы ерләшергә Ырымбурға барған. Ҡаты сирләй ине композитор тип элек тә әйткеләй ине Женя. Һәм бына... Әсәһен яңғыҙын ҡалдырып, китеп тә барҙы.
Ырымбур властары Юраға ла, Сергейға ла һәйкәл ҡуйырға вәғәҙә иткән, С. Кузнецов исеме менән ҡаланың бер урамын да атарға һүҙ биргәндәр.
Евгений теге саҡ "Юшатыр"ҙа Ю. Шатунов тураһында баҫылған мәҡәләле һанды, бер нисә экземпляр итеп, алып киткәйне. Композитор иҫән сағында беҙҙең гәзитте алып барып күрһәткән. Ҡыуандылар, ти. Башҡортса аңламайбыҙ, тәржемә итегеҙ тип таптырған Валя инәй. Ырымбур Дәүләт университетынан бер башҡорт ҡыҙын тапҡандар, Стәрлетамаҡ районынан икән ҡыҙыҡай, тәржемә иткән беҙҙең мәҡәләне. Оҡшатҡандар.
Тере сағында билдәле композиторҙың, бигерәк тә уның туҡһан йәште үткән әсәһе - Валентина Алексеевнаның күңелен күрә алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һаулыҡ һеҙгә, Валя инәй. Ә һин, Сергей, тыныс йоҡла. Йырҙарың өсөн рәхмәт.
Фотола: Евгений Ветюгов Сергей Кузнецов менән.