Ул да әле ошонда, беҙҙең арала, ултырырға тейеш ине лә. Ҡыҙғаныс, үҙе иҫән сағында юбилейын туйлап булманы. Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелмәй ҡалды.
Бөгөн Ермолаево ауылы (хәйер, башҡорт скульпторын белгән барсаһы) данлыҡлы яҡташыбыҙ Өлфәт Ҡобағошовты хәтергә ала. Мәҙәниәт һарайы шығырым тулы, барыһы ла уны хөрмәт иткән, яратҡан кешеләр. Үҙе үтә ныҡ ябай, баҫалҡы ине мәрхүм. Бөйөкһөң һин тип үҙенә әйтергә лә тура килмәне, бәлки, бындайҙы ҡабул да итмәҫ ине. Әле ярай. Һауаларҙан ҡарап, барыһына, бигерәк тә бергә йыйылғаныбыҙға, риза булып торалыр.