Күпме ваҡыт үтһә лә, беҙ уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ.
Ғәзиз кешебеҙ бик хәстәрлекле, тырыш атай, олатай, барыбыҙ өсөн дә ныҡлы терәк һәм таяныс булды. Ул киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем яҡындарына ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине!
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ҡәҙерлебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмебеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ҡәҙерлебеҙҙе бер ваҡытта ла онотмабыҙ.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең яҡыныбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары һәм ейән-ейнәсәрҙәре.