Юшатыр
-28 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Хәтер
24 Ноября , 09:37

Сит тупраҡҡа, зинһар, бирмәгеҙ!

9 ноябрь көндө, ҡәҙерле әнәйебеҙ, оло әсәйебеҙ Мәфтүхә Шәүәли ҡыҙы ХӘМИТОВАның йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Сит тупраҡҡа, зинһар, бирмәгеҙ!
Сит тупраҡҡа, зинһар, бирмәгеҙ!

Әнәйем 95 йәшен тултырҙы быйыл. Ошо ҙур, яҡты, матур, бәхетле ғүмер юлында кешеләргә бик күп изгелек күрһәтте. Һәр береһенә яғымлы, мөләйем, иғтибарлы булды. Аяттар уҡыны, изге теләктәр теләне, шиғырҙар ижад итте, йырға ла маһир ине.
Әнәйебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы , ярҙам ҡулы һуҙған Таймаҫ, Свобода, Түкән, 2-се Кинйә-Абыҙ, Ҡарай, Яҡуп ауылдары, Маяҡ ҡасабаһы, Күмертау ҡалаһынан килгән туғандарына, һылыуҙарына, күршеләренә, ҡоҙа-ҡоҙасаларына бик ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әнәйемде әйткән васыятына ярашлы 1-се Кинйә-Абыҙ ауылында ерләнек. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын.
Мәрхүмәнең ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.


Васыят
Әгәр бер көн баҡыйлыҡҡа китһәм,
Сит тупраҡҡа, зинһар, бирмәгеҙ!
Көйөргәҙе буйына, әсәйем янына -
Тау битенә илтеп ерләгеҙ.
Тыуған тупрағымды түшәк итеп
Килә минең шунда ятаһым.
Әйләнеп бер күгәрсен күҙенә,
Килә мәңге сәскә атаһым.
Ҡарап ятайым шунда Көйөргәҙенең –
Тулҡынланып боролоп аҡҡанын,
Моңһоу елдәр килтерһендәр миңә
Һандуғастың киске йырҙарын.
Ерләгеҙ һеҙ мине тау битенә!
Үрге ҡайын торһон күренеп.
Өмөт шишмәм һыуын бер йоторлоҡ булһын,
Бик һыуһаған саҡта, үрелеп.
Мәфтүхә ХӘМИТОВА, Түкән ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в